

Ҡороғорвирус барлыҡҡа килеү менән йәшәү шарттары ла үҙгәрҙе. Әлеге ваҡытта был ҡурҡыныс сирҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – вакцина эшләтеү, тиҙәр. Әммә уны һатыусылары ла, һатып алыусылары ла бар икән. Яңы ғына Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһында эшләүсе биолог менән шәфҡәт туташын ошо ҡырын эштәрендә тотҡандар.
Рәсәйҙең енәйәт кодексында был эш өсөн яза ла ҡаралған. Бындай алдаҡ юлға барыусы табиптарҙы ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре, ә һатып алыусыларға 80 мең һум кимәлендәге штраф һалыуҙары бар.
Әлеге ваҡытта был енәйәт эше менән булашыусыларҙың юлын быуыу өсөн төрлө саралар күрелә. Әгәр ҙә, был ваҡиғаның шаһиты булғанһығыҙ икән, 8 – 347 – 237 – 19 – 60 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.