ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Октябрь 2021, 07:20

100 мең һум отоуығыҙ ихтимал

14 октябрҙә сираттағы 500 еңеүсе билдәле булды.  

100 мең һум отоуығыҙ ихтимал100 мең һум отоуығыҙ ихтимал
100 мең һум отоуығыҙ ихтимал

Рәсәй Хөкүмәте коронавирустан вакцина яһатҡандарға аҡса ебәрә башланы. Президент Владимир Путин 10 августа прививка яһатҡандар өсөн дәртләндереү лотереяһы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. 14 октябрҙә сираттағы 500 еңеүсе билдәле булды.

Рәсәй Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, еңеүселәр бонусзаздоровье.рф сайтында асыҡлана. Еңеүселәр рәтендә булыу-булмауығыҙҙы тикшереү өсөн прививка сертификаты номерын ярашлы юлға индерегеҙ. Бынан тыш, приз тураһында мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта буласаҡ, ә мобиль ҡушымтаһын файҙаланыусыларға push-хәбәр киләсәк. Аҡса автоматик рәүештә ярты йыл эсендә еңеүсенең “Мир” картаһына киләсәк. Тағы ла 500 еңеүсенең исеме 14 ноябрҙә билдәле буласаҡ.

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова.
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас