ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Октябрь 2021, 16:54

Районда санитар-эпидемиология талаптар үтәлешен күҙәтеү буйынса рейдтар үтә

*

Районда санитар-эпидемиология талаптар үтәлешен күҙәтеү буйынса  рейдтар үтәРайонда санитар-эпидемиология талаптар үтәлешен күҙәтеү буйынса  рейдтар үтә
Районда санитар-эпидемиология талаптар үтәлешен күҙәтеү буйынса рейдтар үтә

Махсус эшсе төркөм халыҡҡа коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы саралар тураһында мәғлүмәт бирә һәм ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар ковид инспекторҙары эшмәкәрлеге менән таныша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән республикала, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға,  кинотеатрҙарға, концерт  залдарына, мәҙәниәт йорттарына бары вакцина үтеү тураһында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереү йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә менән генә инеп була. Ә 27 октябрҙән һуң ПЦР-тестар ҡабул ителмәйәсәк. Был сикләүҙәр эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу өсөн кәрәк.

Бындай профилактик рейдтар артабан да дауам ителәсәк.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас