


Туймазы районы Бишҡурай ауылында урынлашҡан "Алтын ҡаҙ" крәҫтиән-фермер хужалығында ҡош киҙеүе теркәлгән. Был хужалыҡта 5 меңдән ашыу ҡош-ҡорт. Уларҙы ҡырағай ҡоштар ҙа йөрөгән күлгә йөрөткәндәр. Ҡош киҙеүе ҡырағай ҡоштарҙан эләктерелгән, тип иҫәпләйҙәр белгестәр.
Вирус эләктергән йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), тауышҡа ҡарамай, йомортҡа һалыу кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, томшоғонан ҡан аға. Тауыҡтың кикереге шешә, күгәрә. Киҙеү таратыусы төп сығанаҡ сирле ҡош һәм уның тиҙәге.
Белгестәр йорт ҡоштарын тышҡа сығарып йөрөтмәҫкә, ҡырағай ҡоштарҙан, шул иҫәптән күгәрсен, ҡарға һәм турғайҙарҙан алыҫ торорға кәңәш итә.