

Заман афәтенә ҡаршы көрәш дауам итә. Барлыҡ күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, районда пандемия менән бәйле хәл-торош ҡатмарлы. Медицина хеҙмәткәрҙәре быны вакцинациялауҙың түбән темпта барыуы менән бәйләй.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә районда бары тик 7379 кеше вакцина алған.
--Коллектив иммунитет юҡ. Кешеләр сирҙе ауыр үткәрә, балалар ҙа йыш ауырый. Коронавирус инфекцияһы раҫланған һәм уға шик менән 136 пациент иҫәпләнә, балалар-19. Сибай ҡалаһы госпиталендә 17 кеше дауалана, уларҙың 14-е -- 60 йәштән өлкән. Хәҙер инде хроник йәки башҡа сиргә бәйле прививка эшләтмәй тороуға бирелгән һәр белешмәне (медотвод) комиссия тикшерәсәк.
Бөгөн район үҙәгендә ковидҡа ҡаршы талаптарҙы үтәүҙе тикшереү маҡсатында бер нисә учреждениела булдыҡ. Етешһеҙлектәр асыҡланды, саралар күреләсәк. Бындай рейдтар артабан да дауам итәсәк. Прививка үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген, коронавирустың ауыр эҙемтәләренән һаҡлау маҡсатында эшләнеүен онотмағыҙ, --тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
фото и мәғлүмәт: