ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Октябрь 2021, 15:47

Cабыйҙар өсөн ковид госпитале эшләй

Йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе бер ай эсендә коронавирус менән сирле 30 кескәй пациентты ҡабул иткән.

Cабыйҙар өсөн ковид госпитале эшләйCабыйҙар өсөн ковид госпитале эшләй
Cабыйҙар өсөн ковид госпитале эшләй

Өфөлә яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар өсөн ковид госпитале эшләй.  Уны 17-се балалар дауаханаһы  базаһында  август айы аҙағында астылар. Йоғошло ауырыуҙар бүлексәһе бер ай эсендә коронавирус менән сирле 30 кескәй пациентты ҡабул иткән.

11 сабый башҡа дауаханаларҙан килтерелһә, 19-ы – тәүге медицина звеноһы  аша. 17 сабыйҙы һауыҡтырып, икәүһен өйҙәренә оҙатҡандар, 15–ен патология бүлексәһендә дауалайҙар. Был хаҡта балалар дауаханаһының баш табибы Нурсилә Әбсәләмова хәбәр итә.

Етәксе әйтеүенсә, сабыйҙарҙы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ебәргән методик тәҡдимдәр  буйынса дауалайҙар. 17-се дауахананың биләмәһе “бысраҡ” һәм “таҙа” зоналарға бүленгән. Улар махсус шлюздар менән айырылған, инеү бары санитар пропусктар буйынса.

 

 

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-01/cabyy-ar-s-n-kovid-gospitale-eshl-y-2527740
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас