ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Сентябрь 2021, 16:01

“КовиВак”вакцинаһын етештереү туҡтатылды

Ни өсөн? Cәбәбе - етди. Баҡтиһәң...  

“КовиВак”вакцинаһын етештереү туҡтатылды“КовиВак”вакцинаһын етештереү туҡтатылды
“КовиВак”вакцинаһын етештереү туҡтатылды

Халыҡта ҙур һорау менән файҙаланған “КовиВак” вакцинаһын  етештереү  бер нисә айға туҡтатылды. Препаратты етештереүсе Чумаков исемендәге үҙәк вакцина өсөн  сеймал етештереү майҙанын яңыртып ҡороу  өсөн япҡан, тип хәбәр итә “Коммерсантъ” гәзите.

DSM Group етәксеһе Сергей Шуляк әйтеүенсә, етештереүсе субстанция эшләп сығарыуҙы киңәйтеү өсөн яңы ҡорамал  ҡуймаҡсы, сөнки әлеге ҡеүәттәр үҙәккә вакцина өсөн ҙур күләмдә сеймал етештерергә мөмкинлек бирмәй.

“Барыһы ла ыңғай барғанда яңыртыу процесы ике ай ваҡытты аласаҡ,” – ти ҡайһы бер белгестәр. Үҙәктең етештереү технологияһын башҡа компанияларға бирергә теләмәүен дә билдәләйҙәр.

“Ъ” яҙыуынса, “КовиВак” вакцинаһы халыҡ араһында  иҫ киткес ҙур һорау менән файҙалана, әммә эксперттарҙың әйтеүенсә, “КовиВак” та, шулай уҡ “ЭпиВак Корона”вакцинаһы ла тиҙ генә ҙур күләмдә етештерелмәйәсәк. Шуға күрә ихтыяждың 95 процентын “СпутникV” һәм “Спутник Лайт” ҡаплаясаҡ.

 

 

 

Валерий Шахов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-23/kovivak-vaktsina-yn-eteshtere-tu-tatyldy-2517924
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас