

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков социаль селтәрҙәге сәхифәһендә вакцина яһатыуы тураһында яҙҙы.
"Хөрмәтле өфөләр! Белеүегеҙсә, эпидемиологик хәл бөтә донъяла ҡатмарлы. Коронавирус йоҡламай. Уның менән сирләгәндәр Өфөлә лә аҙ түгел. Әгәр әлегә тиклем вакцина яһатмағанһығыҙ икән, эшләтегеҙ! Ул - һеҙҙең сәләмәтлекте, тормошоғоҙҙо яҡлаусы, ышанығыҙ! Был ғаиләләрегеҙгә лә ҡағыла.
Мин 2-се республика клиник дауаханаһында булып, яңынан вакцина яһаттым. ”Спутник Лайт”ты ҡаҙаттым. Бик яҡшы Рәсәй вакцинаһы, уға ышанам. Прививка яһатығыҙ! Аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ! Сәләмәтлек бөтәгеҙгә лә! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип яҙҙы Сергей Греков.
Фото: VK.com