ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Сентябрь 2021, 12:01

Бөгөн эшкә йәйәү килдеңме, әллә велосипедтамы?

Бөгөн, мәҫәлән, “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре эшкә велосипедта килде. Ә район мәҙәниәт йорто, “Нур” клубы, үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре, 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыуксылары  паркта  зарядкаға теҙелде.

Бөгөн эшкә йәйәү килдеңме, әллә велосипедтамы?Бөгөн эшкә йәйәү килдеңме, әллә велосипедтамы?
Бөгөн эшкә йәйәү килдеңме, әллә велосипедтамы?

Бөгөн автомобилһеҙ бер көн билдәләнә. Аҡъяр ауылының мәҙәниәт һәм ял паркында ошоға ярашлы  акция үтте. Ул  йәйәү йөрөүҙе, йәғни сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, шулай уҡ автомобиль төтөнөнөң экологияға зыян килтереүен йәмәғәтселек аңлаһын өсөн ойошторола

Бөгөн, мәҫәлән, “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре эшкә велосипедта килде. Ә район мәҙәниәт йорто, “Нур” клубы, үҙәкләштерелгән китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре, 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыуксылары  паркта  зарядкаға теҙелде.

Артабан улар Аҡъяр урмы буйлап  велоуҙышта ҡатнаштылар. Акцияла   ҡатнашыу  барыһына ла көн буйына етерлек яҡшы кәйеф бүләк итте.

 

Молодежно-подростковый клуб "НУР"

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас