ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Сентябрь 2021, 16:49

Урындар юҡ тиерлек...

Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән сирле пациенттарҙы дауалау өсөн госпиталь ҡабаттан асылды

Урындар юҡ тиерлек...Урындар юҡ тиерлек...
Урындар юҡ тиерлек...

 Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән сирле пациенттарҙы дауалау өсөн госпиталь ҡабаттан асылды. Медицина учреждениеһында дауаланған яҡындарының хәлен һәр кем 8(3473)30-12-95 телефоны аша белә ала.

Sterlitamak.ru ҡала порталы хәбәр итеүенсә, COVID-19 cире менән хәл ҡалала бик көсөргәнешле, шуға күрә ковид-госпиталь тулы ҡеүәтенә эшләй, койка фонды тулған тиерлек. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана былтыр апрелдә ковид-госпиталгә үҙгәртеп ҡоролғайны. Ун ай буйына ул коронавирус менән сирлеләрҙе ҡабул итте. Декабрь аҙағында Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең яңы филиалы асылғас, ҡала дауаханаһы февралдән ғәҙәти эш режимына күсте. Ә хәҙер инфекцияның  таралыуы менән бәйле ул яңынан ковид сирлеләрҙе дауалаясаҡ.

Эпидемиологик хәлдең артабан да ҡатмарлашыуы ихтимал. Вакцина яһатырға өлгөрмәгәндәргә прививка пункттарына ашығырға кәңәш итәбеҙ. Вирусты еңеүҙең берҙән-бер юлы бары вакцина яһатыу икәнлеген аңларға кәрәк.

 

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-21/uryndar-yu-tierlek-2514498
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас