

Зубов ковид-госпиталендә табиптар пациенттар ғүмерен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй. Хәүефле сирҙе еңгәндәр араһында Эске эштәр министрлығының медицина- санитар часы госпитале табибы, медицинаға утыҙ йыл ғүмерен биргән 55 йәшлек Зөһрә Халиҡова ла бар.
– Бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтергә тырышһам да, ошо йылдың март аҙағында сирҙе эләктерҙем, – ти ул. – Дауаханаға ятҡым килмәй, өйҙә генә дауаланып аяҡҡа баҫырға уйланым. Миндә онкология сире лә бар, тик ремиссия рәүешендә. Юғары температура, тын ҡыҫылыуы, хәлһеҙлек яфалай, ә йәкшәмбелә хәлем кинәт насарланды. Реанимация бригадаһын саҡыртырға тура килде. Бик ауыр хәлдә дауаханаға эләктем.
Табип булып эшләү осоронда нимә генә күрергә тура килмәне. Тәүге минуттарҙан уҡ ҡабул итеү бүлмәһенән алып палаталарға тиклем эштең нисек аныҡ ойошторолоуына хайран ҡалдым. Бер ниндәй тәнәфес, пауза юҡ, табип мине ҡарау менән компьютер томографына ебәрҙе. Үпкәнең 85 проценты зарарланған! Ковид бик мәкерле, әле генә үпкәнең 4 проценты зарарланған булһа, ике сәғәттән 80 процентҡа етеүе мөмкин. Медицина хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлап оператив эш итә.
18 көн дауаландым. Бәхеткә ҡаршы, яйлап хәлем һәйбәтләнде. Мине дауалаған терапевт Динә Тимерхановаға рәхмәт һүҙҙәрен нисек еткерергә лә белмәйем. Грамоталы, иғтибарлы табип. Палатаға 5-6 тапҡыр инә. Онкология буйынса мине Мәскәү клиникаһында күҙәткәнлектән, табип мине дауалау планын онкологтар менән һөйләшеп кәңәшләште. Табип булараҡ, хәлемдең нисек ауыр булыуын яҡшы аңлайым, психологик яҡтан ҡыйын. Дүрт көндән һуң клиникаға иремде лә килтерҙеләр. Уның үпкәһе 100 процентҡа зарарланған. Ул да 18 көн буйына дауаланғандан һуң аяғына баҫты. Клиниканан сыҡҡанда уның үпкәһе 58 процентҡа зарарланғайны, ә минеке – 48 процентҡа. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ауырыны, тик еңел үткәрҙеләр. Ғөмүмән, туғандар араһында вирусты йоҡторғандар байтаҡ булды, бәхеткә ҡаршы, барыһы ла ковидты еңеп сыҡты.
Онкология буйынса даими күҙәтелеп торғас, табиптар миңә ҡасан прививика яһатырға кәрәклеген дә әйткәйне, тик өлгөрмәнем, сир йәһәтерәк булып сыҡты. Өс ай буйына “больничный”ҙа булдым. Хәҙер хәл тотороҡланды, антиесемдәргә даими анализ бирәм. Ысын күңелдән үҙемде дауалаған табибыма, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт!
Олег Яровиков фотоһы.