

“Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәте һәм “Рәсәй балалары” шәфҡәтлелек фонды араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Бүребай комбинаты 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге предприятие хеҙмәткәрҙәре балалары йыл һайын һәм бушлай медицина тикшереүен үтеү мөмкинлегенә эйә булды.
“УГМК-Здоровье” европа медицина үҙәгенең балалар поликлиникаһында балалар комплекслы консультатив, диагностик тикшереү үтәләр. Бында уларҙы педиатр, неонатолог, хирург, травматолог, оториноларинголог, балалар гинекологы, балалар урологы, аллерголог-иммунолог, невролог, гематолог, эндокринолог, нефролог, кардиоревматолог, инфекционист, генетик, балалар психиатры, психолог, логопед ҡабул итә. Тағы ла һәр төрлө УЗИ, ЭКГ, МРТ һәм башҡаларҙы үтә ала.
Тағы ла малайҙар һәм ҡыҙҙар эндоскопик диагностика үтә һәм анализдар тапшыра ала.
Быйыл сәнәғәт предприятиеһы комбинаты хеҙмәткәрҙәренең 10 бала медицина тикшереүе үтте.
АО "Бурибаевский ГОК"