ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Сентябрь 2021, 16:48

“Рәхмәт, доктор!”

Республикабыҙҙың ковид госпиталдәрендә табиптар кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеүен дауам итә. Белеүегеҙсә, сир  һаман да тарала, үлем осраҡтары кәмемәй. Көҙгө киҫкен респиратор вируслы сирҙәр башын ҡалҡытҡан осорҙа табиптарҙың  мәшәҡәттәре икеләтә арта.  Госпиталдәрҙә эшләгән табип һәм шәфҡәт туташтарының хеҙмәт батырлығын баһалап бөтөүе лә ауыр.

“Рәхмәт, доктор!”“Рәхмәт, доктор!”
“Рәхмәт, доктор!”

Республикабыҙҙың ковид госпиталдәрендә табиптар кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшеүен дауам итә. Белеүегеҙсә, сир  һаман да тарала, үлем осраҡтары кәмемәй. Көҙгө киҫкен респиратор вируслы сирҙәр башын ҡалҡытҡан осорҙа табиптарҙың  мәшәҡәттәре икеләтә арта.  Госпиталдәрҙә эшләгән табип һәм шәфҡәт туташтарының хеҙмәт батырлығын баһалап бөтөүе лә ауыр.

“Мин август аҙағынан сентябрь баштарына тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар клиник-диагностик үҙәгенең айырымланған бүлексәһендә дауаландым, –тип яҙа Алексей Конов.–Минең ошонда эшләгән табиптарҙың һәр береһенә ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Бик ауыр хәлдә килтерҙеләр, юғары тән температураһы, тын алыуы ауыр... Үпкәнең 40 проценты зарарланып өлгөргән. Табиптар үҙ эшен бик яҡшы белә, иғтибарлы. 5-се блокта яттым, бүлексә ауырыуҙар менән тулы булғас, коридорға һалдылар. Мин медицина персоналының үҙҙәрен йәлләмәйенсә көнө-төнө бирелеп эшләүенә хайран ҡалдым.Уларҙың ултырғандарын да күрмәнем, ауырыуҙар янынан китмәйенсә  һәр береһенә ярҙам итергә тырыштылар.

Мин  йөрәк-ҡан тамырҙары буйынса 3-сө төркөм  инвалиды булғанлыҡтан, кардиолог менән кәңәшләштеләр, ультратауыш, ЭКГ тикшереүҙәре үткәрҙеләр. Бүлексә мөдире хәлемде белешеп торҙо. Тәүлек әйләнәһенә эштән бушамаған, ауырыуҙарҙың ғүмере өсөн көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе алдында баш эйәм. Үкенескә ҡаршы, күбеһенең исемен дә белмәйем. Андрей Андреевич (фамилияһы хәтерҙә юҡ), һеҙгә ғүмерем буйына бурыслымын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”

Алексей Александрович иҫән-һау, хәҙер өйөндә инде.

Гүзәл Йосопова Зубовтағы госпиталь табиптарына ысын күңелдән рәхмәт белдерә. “Август айында госпиталдә дауаландым. Дауалау эшен яҡшы ойошторғандары өсөн клиниканың баш табибы Азат Мөхәмәтйәновҡа, уның урынбаҫары Айгөл Ғәлиеваға, бүлексә мөдире Флорид Хисамиевҡа оло рәмәтемде белдерәм.  Табиптар Динә Булатова, Лю

 

 

 

Фото:imag24.net

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-20/r-hm-t-doktor-2513272
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас