ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Сентябрь 2021, 16:39

Мәскәү белгестәре госпиталгә ниңә килгән?

”Тамаҡ ҡыжмырҙап торғас, һыуыҡ үткәргәнмендер тип уйланым, картуф сығарғайныҡ. Температура 38,3 градусҡа күтәрелде. Вакцина яһатып өлгөрмәгәйнек шул,” – ти Лилиә.

Мәскәү белгестәре госпиталгә ниңә килгән?Мәскәү белгестәре госпиталгә ниңә килгән?
Мәскәү белгестәре госпиталгә ниңә килгән?

Республикаға коронавирус инфекцияһын дауалауҙа тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Мәскәү белгестәре килде. Баш ҡала табиптары республиканың төрлө медицина учреждениеларында булды. Зубов ауылындағы госпиталдең эшенә баһа бирҙе. Әле дауаханала 400-гә яҡын пациент дауалана.

Азат Ғәрәфиев кислород битлеге ярҙамында тын ала. Ул август аҙағында дауаханаға эләккән, үпкәһенең 75 проценты зарарланған булған. Өс аҙна буйына реанимацияла дауалағандар. Хәҙер тын алыуы еңелләшкән, шулай ҙа 34 йәшлек ир вирус менән көрәшеүен дауам итә. ”Температура юғары ине – 39,2. Аҙна буйы шулай төшмәй торҙо. Ятҡан килеш һөйләшеүе еңелерәк,” – ти ул.

Бында бөтәһе лә ҡорһаҡтарында ята. Кемгә еңелерәк, китап уҡый, телефонға текәлә. Лилиәне госпиталгә кисә генә килтергәндәр. Өйҙә ире  менән ҡыҙы ҡалған, барыһында ла ковид раҫланған. Йәш әсәнең үпкәһе 30 процентҡа зарарланыуы асыҡланған.

”Тамаҡ ҡытыҡлап торғас, һыуыҡ үткәргәнмендер тип уйланым, картуф сығарғайныҡ. Температура 38,3 градусҡа күтәрелде. Вакцина яһатып өлгөрмәгәйнек,” – ти Лилиә.

Пациенттар күп, хатта коридорҙа ятҡандар бар. Бөтәһе лә тиерлек вакцина яһатмаған. ”Прививка яһатыу пункттары асылғас, сирлеләр ағымы кәмер тип уйлағайныҡ. Әлегә табиптарҙың эше еңеләймәй. Вирус мутация кисерә, йәштәр ҙә сиргә бирешә,” – ти госпиталдең бүлексә мөдире Зәлифә Йосопова.

Мәскәү белгестәре  госпиталдең табиптары һәм пациенттары менән фекер алышты. Бында тейешле бөтә медицина ҡормалдары бар, кадрҙар менән ҡытлыҡ юҡ. Мәскәү ҡунағы, Е.О. Мухин исемендәге клиниканың баш табибы урынбаҫары Ирина Мачулина дауалауҙың дөрөҫ ойошторолоуын, пациенттарҙы һауыҡтырыу өсөн бөтә шарттарҙың булыуын билдәләне.

 

 

 

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-16/m-sk-belgest-re-gospitalg-ni-kilg-n-2506919
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас