

“Сәләмәт республика—сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә Хәйбулла районында “Сәләмәтлек поезы” эш башланы. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы территорияһында күсмә сәләмәтлек медицина үҙәге, республика кардиология үҙәгенән кардиомобиль эшләй. Медицина үҙәгендә ҡан баҫымын үлсәтергә, биохимик һәм дөйөм анализдар бирергә, ЭКГ үтергә була.
Шулай уҡ бында табип-кардиолог, Республика кардиология үҙәгенең эхокардиографияһы табип-кардиологы ( поликлиниканың икенсе ҡатында табип-кардиолог кабинетында) ҡабул итә. Бынан тыш, Аҡъяр дауаханаһы белгестәре—табип-терапевт, табип офтальмолог һәм табип-оториноларингологҡа күренергә мөмкин.
Табиптар сират буйынса ҡабул итә.
Хәйбулла районында “Сәләмәтлек поезы” графигы:
6-8 сентябрь—Аҡъяр ауылы;
9-13 сентябрь—Подольск;
14-16 сентябрь—Сиҙәм;
17-23 сентябрь—Бүребай;
14-28 сентябрь—Өфө ауылы;
29-30 сентябрь—Йәнтеш.
Табиптарҙың эш графигы үҙгәргән осраҡта, өҫтәмә мәғлүмәт буласаҡ.