ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Сентябрь 2021, 16:35

Яңы техника буш тормаясаҡ

Әгәр ҡорамал утыҙ көндән ашыу эшләтелмәһә, уны башҡа медицина учреждениеларына ебәрәләр.

Яңы техника буш тормаясаҡЯңы техника буш тормаясаҡ
Яңы техника буш тормаясаҡ

Республика дауахана һәм поликлиникаларына 1,4 меңдән ашыу заманса диагностика ҡорамалы урынлаштырылды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

"2019 - 2021 йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы республика 28 берәмек ауыр медицина техникаһы алды. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы нигеҙендә райондар юғары технологиялы 67 диагностика ҡорамалына байыны", – ти ведомство вәкилдәре.

Республикала яңы ҡиммәтле техника буш тормаһын, ә халыҡ сәләмәтлеге хаҡына өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн барыһы ла башҡарыла. Республикаға идара итеү үҙәге системалары ярҙамында медицина ҡорамалдарын тәьҫирле файҙаланыу мониторингы үткәрелә. Әгәр ҡорамал утыҙ көндән ашыу эшләтелмәһә, уны башҡа медицина учреждениеларына ебәрәләр. Диагностика тикшеренеүе үтеүгә сират та контролдә. Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу буйынса күләмле эш дауам итә. Маҡсат – һәр кемдең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, дауаланыуҙың сифатын яҡшыртыу.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен аҙайтыу (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем), сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем). Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

 

 

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-09-02/ya-y-tehnika-bush-tormayasa-2488736
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас