

Кешенең йөҙөнә күҙ һалып та уның сәләмәтлегендәге проблемалар тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин, тип иҫәпләй хирург-онколог Иван Карасев.
Мәҫәлән, йөҙҙөң төҫһөҙләнеп, ағарып китеүе анемияға ишаралай, ә һарғайыуы бауырҙың һау булмауы тураһында һөйләй. Ирендәрҙең күгәреүе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хаҡында иҫкәртә. Тиренең ҡороуы – организмдың һыуһыҙланыуы йәки тир биҙҙәре эшмәкәрлеге боҙолоуы билдәһе.
Иғтибарлы булһағыҙ, хатта бит симметрияһы боҙолоуына ҡарап, инсульттың яҡынлашыуын билдәләргә була, ти табип. Бит тиреһенең ваҡытынан алда һулыуы һәм сырышыуы матдәләр алмашыныуы, ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре менән бәйле булыуы мөмкин.
Битте сыбарлаған һытҡылар ҙа күп нәмә тураһында һөйләй. Мәҫәлән, маңлайҙағыһы – нәҙек эсәк, яңаҡтарҙағы һәм өҫкө ирендәгеһе – йыуан эсәк, сикәләгеһе – үт ҡыуығы, ҡатын-ҡыҙ эйәгендәгеһе енес системаһы органдарында ниндәйҙер проблема булыуын иҫкәртә, ти табип.
Фото: stolichki.ru