ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Сентябрь 2021, 16:28

Мең ярым дана ҡорамал алдылар

Әгәр ҙә берәй аппарат 30 көн буйы эшләмәй тора икән, ул ихтыяж ҙур булған икенсе учреждениеға бирелә.  

Мең ярым дана ҡорамал алдыларМең ярым дана ҡорамал алдылар
Мең ярым дана ҡорамал алдылар

Республика дауаханаларында һәм поликлиникаларында 1,4 меңдән ашыу заманса диагностика ҡорамалдары ҡуйылды, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шул иҫәптән 65 компьютер томографы, 19 магнит-резонанс томографы, 263 рентген аппараты, 81 маммограф, 145 флюорограф, 27 ангиограф, 851 УЗИ аппараты.

– Ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә генә 2019-2021 йылдарҙа республика 28 "ауыр" медицина техникаһына эйә булды. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса райондар 67 юғары технологиялы диагностика ҡорамалы менән тәьмин ителде, – тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Төбәктә медицина техникаһының эшһеҙ тормауы хәстәрләнә. Республикаға идара итеү үҙәге системалары арҡылы ҡорамалдарҙың маҡсатлы файҙаланыуы күҙәтелә. Әгәр ҙә берәй аппарат 30 көн буйы эшләмәй тора икән, ул ихтыяж ҙур булған икенсе учреждениеға бирелә.

Диагностик тикшереүҙәр үтер өсөн сираттың күҙәтелеүе һәм пациенттарҙың үҙ мәлендә тикшереүгә йүнәлтелеүе лә контролдә тотола.

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын замансалаштырып үҙгәртеү бара. Был Владимир Путиндың, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, илдә һәр кемдең һаулығын нығытыу мөмкинлеге булырға тейеш, тигән һүҙҙәренә яуап итеп эшләнә.

 

 

 

Фото: ufaved.info.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-30/me-yarym-dana-oramal-aldylar-2485893
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас