ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Сентябрь 2021, 16:39

Был ҡушымтаға ихтыяж ҙур

"Һанлы технология, яһалма интеллект һәм машина менән уҡытыу үҫешенә бәйле, Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәренә ҡушымта уйлап табыу мөмкинлеге тыуҙы".  

Был ҡушымтаға ихтыяж ҙурБыл ҡушымтаға ихтыяж ҙур
Был ҡушымтаға ихтыяж ҙур

Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары “Фән” милли проектына ярашлы ҡушымта булдырғайны. Ул компьютер томографияһы һәм рентгенографияһы анализы нигеҙендә эшләй. Өҫтәүенә ҡушымтаны яһалма интеллект, машина менән уҡытыу һәм тәрән нейрон селтәр ысулдары ярҙамында файҙаланалар.

"Һанлы технология, яһалма интеллект һәм машина менән уҡытыу үҫешенә бәйле, Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәренә ҡушымта уйлап табыу мөмкинлеге тыуҙы, – ти уҡыу йорто ректоры Сергей Новиков. – Ул табиптарға кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға ярҙам итәсәк, бынан тыш, беҙҙең эшләнмәләр төрлө ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ ҡыла. Медицина хеҙмәткәрҙәрендә был ҡушымтаға ихтыяж ҙур, ошо эште дауам итеүгә ҡыҙыҡһыныу көслө. Бөгөн һанлы технология шул хәтлем алға китте, айырым ҡушымталар ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙы табырға мөмкин, шулай уҡ сирҙе алдан күрә белергә лә була".

Әйткәндәй, 2018 – 2021 йылдар арауығында Гүзәл Шахмәмәтова етәкселегендә яһалма интеллект һәм машина менән уҡытыу йәһәтенән тиҫтәнән ашыу ҡушымта эшләгән.

Ысынлап та, Рәсәйҙә “Фән” милли проектына иғтибар көслө, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Йәштәрҙең матур киләсәге өсөн яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тип белдергәйне дәүләт етәксеһе. Ошо маҡсатта булдырылған милли проекттарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы бойомға ашырыла.

 

Фото: srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/144247

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-31/byl-ushymta-a-ihtyyazh-ur-2486625
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас