ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Сентябрь 2021, 10:14

МУЛДАШЕВ ЯРАТТАРҘЫ ЯРАТА

Билдәле күҙ табибы ни өсөн Баймаҡ районы Ярат ауылына килгән?

МУЛДАШЕВ ЯРАТТАРҘЫ ЯРАТАМУЛДАШЕВ ЯРАТТАРҘЫ ЯРАТА
МУЛДАШЕВ ЯРАТТАРҘЫ ЯРАТА

Билдәле булыуынса, уҙған йыл Баймаҡ районы Ярат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғайны. Был ҡыуаныслы тантанала республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров та ҡатнашты. Ошо мәлде файҙаланып, Ярат ауылында йәшәүсе Сафия Мырҙаҡаева күҙенә операция эшләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Башлыҡ билдәле күҙ табибы Эрнест Мулдашевҡа бәйләнешкә сыға. Шулай итеп, тиҙҙән Сафия инәй дауаханаға ла эләгә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: операцияға күп кенә ваҡыт уҙһа ла, Эрнест Мулдашев үҙ пациенткаһын онотмай һәм кисә ул үҙе Ярат ауылына килә.

--Беҙҙең ауылға донъяла билдәле күҙ табибы Эрнст Мулдашев үҙе операция яһаған пациенты Мырҙаҡаева Сафия апайҙың хәлен белергә килде. Матур итеп ҡаршы алдык. Район хакимиәте башлығы Ф.Г.Әминев оҙатып йөрөнө.Табип бик йәнле итеп саф башҡорт телендә аралаша, йыр-моң ярата,--ти ауылдың әүҙем ханымдарының береһе Дилара Юнысбаева.

Автор:Резеда Валиева
 
Автор:
Читайте нас