

Быйыл көҙ грипп тулҡынының масштабтары уҙған йыл күрһәткесенән сағыштырмаса ҙур буласаҡ. Был хаҡта медицина фәндәре кандилаты, иммунолог Николай Крючков хәбәр итә.
--Был сезонда грипп һәм ОРВИ йоҡтороусылар күберәк булыр моғайын. Көҙөн ауырымаҫ өсөн август айында уҡ вакцинация уҙарға кәрәк. Был айырыуса хроник сирле оло быуынға ҡағыла. Балалар ҙа прививка эшләтергә тейеш. Улар ауырыуҙы ололарға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ кисерә,--ти иммунолог.