ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Август 2021, 16:12

Республикала миллиондан ашыу кеше прививканың беренсе компонентын эшләткән

Коронавирус менән ауырыған 694 кеше стационарҙа дауалана

Республикала миллиондан ашыу кеше прививканың беренсе компонентын эшләткәнРеспубликала миллиондан ашыу кеше прививканың беренсе компонентын эшләткән
Республикала миллиондан ашыу кеше прививканың беренсе компонентын эшләткән

Бөгөнгә беҙҙең республикала коронавирусҡа бәйле хәл шундай: йәмғеһе 52 мең 300 кеше сирләй, шул иҫәптән һуңғы бер тәүлектә өҫтәлгәндәр – 286 кеше.

Стационарҙарҙа 694 кеше дауалана, уларҙың 60 йәштән өлкәнерәктәре – 405 пациент. 61-е ауыр хәлдә, 8-е яһалма тын алдыртыу аппаратына тоташтырылған.

2744 кеше амбулатор дауа ала, шул иҫәптә – 60 йәште үткән 818 пациент. Тәүлек эсендә 51 кеше һауыҡҡан. Ә бөтәһен иҫәпләгәндә, 47 мең 956 кеше дауахананан шәбәйеп сыҡҡан.

Тажлы сирҙән Башҡортостанда бер тәүлектә 12 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 906 кеше үлгән, шул иҫәптән – 60 йәштән өлкәнерәк 726 кеше. Һуңғы тәүлектә дауаханаға ятмайынса пневмония менән сирләүселәр 128 кешегә артҡан. Был ауырыуҙан йүнәлеп, 109 кеше дауахананан сыҡҡан.

Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы көрәшеү өсөн 1 миллион 128 мең 698 доза вакцина алынған. Прививканың беренсе компонентын 1 миллион 55 мең 888 кеше яһатҡан (алдырылғандың 85,9 проценты).

Тулыһынса (ике компонентын да ҡаҙатып) вакцина эшләтеүселәр – 844 мең 614 кеше. Бер тәүлектә 8492 кеше (беренсе компонентын – 3401, икенсе компонентын – 5091) прививка яһатҡан.

 

Фото: coronavirus-control.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-08-15/koronavirus-b-g-ng-m-l-m-tt-r-2465796
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас