ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Августа 2021, 05:06

Хәйбуллаға “Сәләмәтлек поезы” килә

Был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бушлай медицина ярҙамы халыҡҡа яҡыная. #ВладимирПутин

Хәйбуллаға “Сәләмәтлек поезы” киләХәйбуллаға “Сәләмәтлек поезы” килә
Хәйбуллаға “Сәләмәтлек поезы” килә

“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 6 сентябрҙән башлап “Сәләмәтлек поезы” Учалы районында эш башланы. Уның составында күсмә комплекстар, шул иҫәптән, күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары эшләй. Халыҡты терапевт, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, невролог, стоматолог, эндокринолог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, сират буйынса ҡабул итәләр.

Акция барышында ауыл халҡына төплө консультациялар алырға, медицина тикшереүе үтергә, беренсел медицина ярҙамы алырға, Милли календарға ярашлы, прививка яһатырға мөмкинлек булдырылған.

“Сәләмәтлек поезы” акцияһы ауыл халҡы өсөн бик мөһим, сөнки ололарға, балаларға тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Был проект арҡаһында бушлай медицина ярҙамы, ысын мәғәнәһендә, халыҡҡа яҡыная.

#ВладимирПутин

 

Хәйбулла районында “Сәләмәтлек поезы” графигы (үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал):

 Аҡъяр  6-8 сентябрь
 Подольск  9-13 сентябрь
Сиҙәм  14-16 сентябрь
 Бүребай  17-23 сентябрь
Өфө ауылы  24-28 сентябрь
Йәнтеш   29-30 сентябрь

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас