

Рәсәй аллергологтары һәм клиник иммунологтары ассоциацияһы эксперттары коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация үткәреү өсөн аллергия һәм бронхтар быумаһы сирҙәре ҡаршылыҡ була алмай, тип белдерҙе. Аллергия менән сирләгән пациенттар ҙа прививканы башҡалар кеүек үткәрә, тип иҫәпләй улар.
“Аллергия сирҙәренә дусар пациенттар вакцинацияны башҡалар кеүек үткәрә, SARS-CoV-2 вирусына ҡаршы гумораль һәм күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килтерә,”- тиелә документта.
Тик вакцинация алдынан аллерголог-иммунолог пациенттың хәл-торошон баһаларға һәм вакцина яһатыу мөмкинлеген асыҡларға тейеш, тигән талап та ҡуйыла. Ауырыу киҫкенләшкән осорҙа прививка яһатырға ярамағанлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-08-05/allergiya-privivka-ya-atyu-s-n-arshyly-my-2450890