ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Август 2021, 15:25

Һаулыҡ һаҡлаусыларға – 27,5 миллион һум

Республикабыҙҙа "Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары буйынса дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлаусыларға – 27,5 миллион һумҺаулыҡ һаҡлаусыларға – 27,5 миллион һум
Һаулыҡ һаҡлаусыларға – 27,5 миллион һум

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл республикабыҙҙа "Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары буйынса аҡсалата дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ.

Шул иҫәптән "Ауыл табибы" программаһына ярашлы 12 кешегә 8,5 миллион һум түләнергә тейеш: үҙәк менән бәйләнештән йыраҡ һәм юлы насар булған биләмәләрҙәге ҡала тибындағы ауыл тораҡ пункттарына эшкә барған фельдшерҙарға, шулай уҡ акушерҙарға, фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары шәфҡәт туташтарына – 10 кешегә 750-шәр мең һум; халҡы һаны 50 меңгә тулмаған ауыл тораҡ пункттарына фельдшер булып килеп урынлашҡандарға – ике кешегә 500-әр мең һум.

"Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса 500-әр мең һумлыҡ ярҙамды иһә 38 кешегә бирәсәктәр.

Дәүләт етәкселеге тарафынан күрелгән был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 

 

 

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-01/auly-a-lausylar-a-27-5-million-um-2447242

Автор:Даян Мазитов
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас