Уҙған тәүлектә ете кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 762 кеше ошо мәкерле сирҙән донъя ҡуйған, тип белдерҙеләр яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабта.
Тәүлек эсендә 417 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан. Һауыҡҡандарҙың дөйөм һаны — 44 317.
Коронавирустан вакцинаның тәүге компонентын 918 656 кеше алған, 655 270 кеше иһә вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.



