

Статистика буйынса, киҫкен хәлгә әлегә йыраҡ, шулай ҙа был һандар артында күпме ҡыйылған ғүмерҙәр, емерелгән ғаиләләр, донъяға вирус менән яралған сабыйҙар тора. Ә күпме сирле асыҡланмаған әле!
Хәҙерге ваҡытта вирустың кешенән кешегә бирелеүенең өс юлы билдәле:
паренталь (ҡан аша): наркомандарҙың уртаҡ шприцтары (бер шприц менән ҡулланыуҙары), сирленән һуң файҙаланылған инструмент менән татуировка эшләү;
енси: презервативһыҙ енси акт (туҡтатылған енси акт та ВИЧ инфекция йоғоуынан һаҡламай);
вертикаль (әсәнән балаға): ауырлы ваҡытта, бала тапҡанда, күкрәк һөтө менән туйындырғанда.
Ҡиәфәтенә ҡарап, кешенең ВИЧ менән ауырыуын белеп булмай. Ауырыуҙы билдәләү өсөн махсус лабораторияларҙа тикшереүҙәр, тестар үткәрәләр.
Ошо көндәрҙә район үҙәгендә «Еңеү өсөн тест» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.
Акция сиктәрендә Аҡъярҙа ВИЧ инфекцияһын билдәләү буйынса экспресс-тестар яһау майҙансығы ойошторолдо. Бушлай һәм аноним үткән тикшереүҙә 20-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-инфекционисы Рәмилә Шәрипова биргән мәғлүмәттәр буйынса, районда СПИД йоҡтороусыларҙың һаны арта. 2000 йылдан алып бөтәһе 89 кеше иҫәптә тора. Былтыр 8, ә быйыл 6 ай эсендә 15 кешелә асыҡланды. ВИЧ инфекцияһы менән иҫәптә торғандарҙың 4-һе үлгән. Ошо 15 кешенең яртыһы 40 йәшкә тиклемгеләр араһында вирус йөрөтөүселәр, ә 50 проценты 50 йәштән өлкәндәр.
Һүҙ тест үткәндәргә:
Ғаян, 22 йәш:
– Медицина тикшереүҙәрен даими үтәм, тип әйтергә мөмкин. Һәр ваҡытта ла бындай саралар кәрәк. Бөгөнгө көндә уҙғарылған экспресс-тестарҙа башлыса йәштәр ҡатнаша, был дөрөҫтөр ҙә, сөнки тикшеренеү, профилактика бер ҡасан да артыҡ түгел.
Айгөл, 55 йәш:
– Кеше ғәҙәттә поликлиникаларҙа ҙур сиратта тороп анализ тапшыра, бөгөн иркен, тиҙ генә бер минут эсендә һөҙөмтә лә әҙер булды. Был ҡурҡыныс ауырыу, тиҙ арала тарала, шуға ла алдан белеүең яҡшыраҡтыр.
Гүзәл Бохарбаева.