

Әлеге ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәренең 81,2 проценты вакцинация үткән.
Айбулат Хажин коронавирус инфекцияһынең етди эҙемтәләр биреүе, шул иҫәптән иммунитеттың, хәтеҙең насарайыуы, ғөмүмән, иммун системаһының ҡаҡшауы тураһында иҫкә төшөрҙө. Үҙ организмыбыҙҙы мөмкин тиклем хәүеф-хәтәрҙән һаҡларға тырышырға кәрәк, тине.
«2021 йылдың 15 июлендә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының вакцинацияға ҡағылышлы тәҡдимдәр һәм кәңштәр тураһындағы приказы сыҡты. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре йоғошло ауырыуҙар хәүеф янаған эштә эшләгәнлектән, мәғариф ойошмаһы етәксеһенең, медицина кире ҡаҡмаған хәлдә, вакцина яһатыуҙан баш тартҡан уҡытыусыларҙы педагогик эшмәкәрлектән ситләштерергә хаҡы бар. Мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн профилактик прививкаларҙың Милли календарына индерелгән прививкаларҙы үтәү мотлаҡ булып тора. Вакцинация йәки ревакцинация үткән педагогтарға өҫтәмә ял көндәре йәки премия биреүҙәре мөмкин», - тип билдәләне Айбулат Хажин.
Шулай уҡ министр үҙенең сығышында юғары белем системаһында уҡытыусыларға ла, студенттарға ла вакцинация яһатырға тәҡдим итте. «Һәр вуздың үҙ үҙенсәлеге, ҡайҙалар дистанцион режимға китергә мөмкин, ә ҡайҙалыр булмай. Был мәсьәлә һәр вуздың локаль норматив акты менән яйға һалынасаҡ», - тип йомғаҡланы һүҙен министр.
Р.ЗАМАНОВА.
Мәғлүмәт БР Мәғариф һәм фән министрлығы сығанағынан алынды.