

Ведомствоның оператив мәғлүмәте буйынса, һуңғы тәүлектә 258 сирле асыҡланған. Башҡортостанда бөтәһе 47,5 меңгә яҡын COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән.
«Әлеге ваҡытта 647 кеше республика стационарҙарында дауалана, 64-енең хәле ауыр, — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. – 2,3 меңдән ашыу сирле өй шарттарында дауалана. Тәүлек эсендә 280 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда йәмғеһе 43,7 меңдән күберәк кеше һауыҡҡан».
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда ошондай 132 осраҡ асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта 124 кеше һауыҡҡан.