ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Июль 2021, 05:14

Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

.

Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алғанРеспубликала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған
Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын алғандар һаны 893,5 меңдән ашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ә 615 мең кеше вакцинаның ике компонентын да алған.


 
Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

«Һуңғы тәүлектә республикала 29,5 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Әлеге ваҡытта Башҡортостанға COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн яҡынса 1,050 миллион доза вакцина килтерелгән».

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 августан Башҡортостанда медицина учреждениеларында планлы дауаланыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында мәғлүмәттәр талап ителә. 28 июлдә республика етәксеһе Радий Хәбиров юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға тейешле үҙгәрештәр индерҙе.

 

 

https://www.bashinform.ru/news/1623389-615-tysyach-zhiteley-bashkirii-poluchili-oba-komponenta-vaktsiny-ot-covid-19/  

 
 
Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған
Автор:Башинформ
Автор:
Читайте нас