ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Июль 2021, 12:04

Замана сире олоһон да, кесеһен дә аямай

Муниципаль район хакимиәтендә үткән  оператив кәңәшмәлә  һиҫкәндерерлек һандар  яңғыраны.  Уҙған аҙнала 39, ә  унан алда 38 кеше. Был һандарҙа  беҙҙең районда коронавирус инфекцияһын йоҡтороу динамикаһы күрһәтелә. Шулай итеп, һуңғы ике аҙнаны ғына алғанда коронавирус менән  ауырыусылар һаны 75 кеше тәшкил иткән.  Уйланырлыҡ, хәүефләнерлек һандар.   COVID-19 яңы осраҡтарын теркәү буйынса  аҙналыҡ “рекорд” ҡуябыҙ. Бигерк тә Сиҙәм һәм Өфө ауыл биләмәләрендә коронавирустан сирлеләр күп

Замана сире олоһон да, кесеһен дә аямайЗамана сире олоһон да, кесеһен дә аямай
Замана сире олоһон да, кесеһен дә аямай

Эйе, пандемия буйынса хәл-торош борсой. Сибай госпиталендә 17 Хәйбулла кешеһе дауалана, бынан алда 12 ине. Уларҙың күбеһе 60 йәштән олораҡтар. Медиктар белдереүенсә, хәҙер оло быуын ғына түгел,  йәштәр ҙә, балалар ҙа сирләй. Коронавирус  йәште лә, ҡартты ла аямай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары, хатта ғаиләләре менән вафат булған осраҡтар бар. Һуңғы арала ғына Сибай госпиталендә 3 кеше ошо заман ауырыуынан донъя ҡуйған.

Пандемияны туҡтатыуҙың  берҙәр-бер юлы вакциянациялау икәнлеген гәзит битендә күп яҙҙыҡ. Үкенескә күрә, интернеттағы юҡ-бар хәбәргә, имеш-мимештәргә ышанып, үҙ сәләмәтлеген, яҡындарының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыусылар ҙа күп шул.  60 йәштән өлкәндәрҙе ауырыу аямай. Улар араһында  прививканан баш тартыусылар ҙа күп. Йәнәһе улар өйҙә ултыра, инфекция ла урап үтә. Тик  һөйләшә башлаһаң, ололарҙың ауыҙынан Аҡъяр баҙары буйлап йөрөгәнен дә, Бикбау сауҙа үҙәгендә булыуҙарын да ишетергә тура килә. Кемеһенеңдер яҡындары, балалары алыҫ тарафтарҙан ҡунаҡҡа килгән, икенселәренеке диңгеҙҙә ял итеп ҡайтҡан һәм башҡалар. Сир ишек ҡағып, сәләмәтлекте юғалтҡас ҡына, үкендерер ҙә ул... тик һаулыҡты һәм вафат булғандарҙы ғына ҡайтарып булмаҫ.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, районда 4800 кеше прививканың беренсе компонентын һәм 3000-дән ашыуы икенсеһен алған. Тик коронавирусҡа ҡаршы тороу өсөн был бик аҙ һан. Район ауылдары араһында Атингән, Мәмбәт, Савельевка, Һаҡмар-Наҙарғол, Михайловка, Әбүбәкер, Аҡъяр һәм Степнойҙа вакцинациялау буйынса  күрһәткес 30 проценттан күберәк. Прививка алғандар һаны 10 проценттан кәм булған Өфө һәм Сиҙәм ауыл биләмәләре ауылдарында коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр күберәк теркәлгән.

Был мәҡәләне әҙерләгәндә коронавирус инфекцияһын үткәргәндәр менән дә әңгәмәләштек.  Уларҙың һүҙҙәре буйынса, был замана зәхмәте менән ауырыу сират күперен үтеүгә тиң. Уларҙың күптәре был инфекцияны  ҡайтанан кисереүҙән  ҡурҡа һәм күптәре прививкаланған. Эйе, сир бер ҡайҙа ла китмәне. Коронавирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефе бик юғары. Уны массалы рәүештә вакцинация алып ҡына туҡтатырға мөмкин.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас