

Өфө ҡалаһында йәшәгән Ольга Шаповалова яңы ғына Зубовтағы ковид-госпиталдән һауығып сыҡҡан. Ул үҙенең зәхмәт менән нисек көрәшеүе, үлемдән саҡ ҡалыуы хаҡында һөйләне.
Коронавирус менән икенсе тапҡыр ауырыған. Быныһында сир бик ҡаты үткән: температура юғары күтәрелгән, көслө тахикардия яфалаған, тәм тоймаған, башы әйләнеп йонсотҡан, уҡшыу һәм хәлһеҙлек оҙаҡ үтмәгән. Бер аҙна өйҙә дауаланып ҡараған, тик хәле насарланған ғына. Аңын юғалтыу башланғас, Ольганы дауаханаға һалғандар. “Шуныһы үкенесле, прививка яһатыуҙы планлаштырғайным, тик өлгөрөп булманы", - ти ул.
Дауаханала табиптар цитокин штормын еңеү өсөн тырыша. “Миңә дарыу ҡаҙаған табиптың “әйҙә, үҙең дә тырыш, йәшәргә кәрәк!” тигәнен хәтерләйем. Палатала ятҡан әбейҙәр улымдың исемен иҫемә төшөрөп, уны ҡабатлай-ҡабатлай мине нисек тә аңыма килтерергә тырышты. Ысынлап та, уларҙың һүҙҙәре яҡты донъянан китмәү өсөн көрәшергә ярҙам итте”, - тип хәтерләй Ольга. Ҡатын табиптарға бик рәхмәтле. ”Улар - ысын геройҙар! Миңә дауалау схемаһын дөрөҫ һайланылар һәм һауыҡтырҙылар”, - тип шатлана.
“Был мәкерле сир тормошҡа, кешеләргә булған мөнәсәбәтемде үҙгәртте. Барыбыҙ өсөн дә ауыр тәжрибә булды. Эргәмдә ятҡан әбейҙең хәле насар ине, реанимацияға һалғас, уның ғүмере өсөн хафаландыҡ. Бәхеткә ҡаршы, ковидты еңде! Беҙ ғаиләбеҙ менән сирҙе үткәрҙек, апайым әле лә дауаханала, уның һаулығы өсөн бик борсолабыҙ”, - ти Ольга.
Әлегә ул коронавирусты ҡаты формала үткәргәнлектән, прививканан азат ителгән. Табиптар рөхсәт иткәс, мотлаҡ вакцина яһатасағын белдерҙе Ольга. “Мин кешеләр менән эшләтәм, кемдәрҙер өсөн сир сығанағы булырға теләмәйем”, - ти ул.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.