ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Июля 2021, 16:26

Балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторғанБалалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған
Балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған

Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 46 осрағы асыҡланған. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта балалар ялы учреждениеһы ябыҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш төркөмө булдырырға һәм Роспотребнадзор белгестәре менән берлектә йәйге ял лагерҙарын тикшерергә ҡушты.

«Һеҙ хәлде тикшерергә тейешһегеҙ. Лагерҙарҙа балаларҙың сир йоҡтороуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, уларҙы эштән бушатырға кәрәк, — тип белдерҙе республика етәксеһе. — Ошондай илке-һалҡылыҡ балаларҙы ялһыҙ ҡалдырыуы мөмкин. Алда уларҙың ял итеү өсөн тағы бер ай ваҡыты бар».
https://www.bashinform.ru/bash/1622655/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы