ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Июль 2021, 12:29

Хәйбулланан 5 кеше 10 000 һумлыҡ сертфикат алды

“Прививка эшләт тә—сертификат от!” акцияһына йомғаҡ яһалды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  акция еңеүселәренә, 5 кешегә, 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  акцияла 21 июндән 19 июлгә тиклем коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткән хәйбуллалар ҡатнашты.  Еңеүселәрҙе билдәләү буйынса видеороликты  муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында ҡарай алаһығыҙ.

Хәйбулланан 5 кеше 10 000 һумлыҡ сертфикат алдыХәйбулланан 5 кеше 10 000 һумлыҡ сертфикат алды
Хәйбулланан 5 кеше 10 000 һумлыҡ сертфикат алды

Рөстәм Шәриповтың “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә  коронавирус буйынса райондағы хәл-торош та сағылдырыла.

Унда белдерелеүенсә, бөгөнгө көндә  104 кешелә диагноз раҫланған, 164-дә раҫланмаған. 5 пациент амбулатор дауалана. Аҡъярҙа 8 кеше стационар дауаланыуҙа, Сибай ҡалаһында –16 кеше. 37 кеше үҙизоляцияла һәм дауаланыу курстары үтә.

Коронавирус инфекциялы һәм уға шик булған   пациенттар һаны—49,  улар араһында 60-тан өлкәндәре—12, балалар-4 (вирус идентификацияланған), 1 йәшкә тиклемге 1 бала (вирус идентификацияланған).

“COVID-19 менән хәл-торош көндән-көн насарлана. Үлем осраҡтары ла теркәлә.  Шуға күрә барығыҙҙы ла  вакцинация алырға саҡырам. Сәләмәтлегебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

Рустам Шарипов

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас