

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы директоры Тедрос Аданом Гебрейесус коронавирустың дельта-вариантҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк штамы барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында иҫкәртте.
«Вирус киңерәк таралған һайын уның дельта-варинтҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк варианттары барлыҡҡа килеүе мөмкин», — тип ведомство етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Гебрейесус фекеренсә, 2022 йылдың йәйенә һәр илдә халыҡтың 70% прививка яһау коронавирус пандемияһын туҡтатырға һәм донъя иҡтисадын тергеҙергә мөмкинлек бирер ине.
2021 йылдың 20 июненә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда көн һайын 250-нән ашыу кеше коронавирус йоҡтора, эпидемия башланғандан алып 700-ҙән күберәгенең ғүмере өҙөлгән. 800 мең самаһы кеше — вакцинацияның беренсе, 500 меңе иһә тулыһынса вакцина алған.