АНТИТЕРРОР
8 Августа 2024, 04:57

Терроризмға булышлыҡ итеү өсөн хөкөм ҡарары сығарылған

Үҙәк округ хәрби суды (Екатеринбург ҡалаһы) тарафынан Рөстәм Фәрәретдинов  биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Үҙәк округ хәрби суды (Екатеринбург ҡалаһы) тарафынан Фәрәретдинов Рөстәм Фәнил улы* РФ Енәйәт кодексының 205.1 статьяһының 1-се бүлеге  (террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү) буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табыла һәм ҡаты режимлы колонияла биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителә.

Суд асыҡлауынса, сит ил агенты Руслан Ғәббәсов*, енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, мессенджерҙа үҙенең туғаны Р. Ф. Фәрәретдинов* менән аралашҡанда, уны «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә терроризмды пропагандалауға кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашырға күндерә. Р.С.Ғәббәсов* хат алышыуҙа үҙенең туғанына пропаганда һәм вербовка эшен башҡарған өсөн сәйәси һыйыныу урыны һәм артабан Европа Берлеге илдәренең береһендә гражданлыҡ алырға вәғәҙә итә.

* – Рөстәм Фәрәретдинов һәм Руслан Ғәббәсов, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде, бынан тыш Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды.

Автор: