Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
3 Апрель , 21:01

Өфөлә 18 йәшлек өс егет диверсияла ғәйепләнә

   

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы
Фото:Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 18 йәшлек өс егеттең элемтә объекттарында диверсия ҡылыуына юл ҡуймаған.  Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өс дуҫ өҫтәмә аҡса эшләргә уйлаған. Телеграм-каналда улар билдәһеҙҙәр менән аралаша башлаған, тегеләре иһә элемтә объектына ут төрткәндән һуң аҡса түләргә вәғәҙәләгән. Егеттәр ризалашҡан.

Видео:Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  

«Янғын сығарырға торғанда өсөһө лә Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынды. Ваҡиға урынын тикшергәндә енәйәт ҡылыу өсөн әҙерләнгән ҡоралдар һәм матдәләр табылды. Уларға ҡарата «диверсия» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды», - тип хәбәр иттеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Киров районы суды уларҙы һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Автор:Дарья Субботина

Видео:Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: