Баш ҡалабыҙ Өфөлә 2 апрелдә иртә таңдан уҡыу йорттарынан эвакуациялар башланған. Красноводская урамында урынлашҡан 110-сы мәктәп уҡыусылары дәреслектәрҙе партаға һалып өлгөрмәй, тревога сигналы яңғырай. Эвакуация барышында тәжрибәле уҡытыусылар балаларҙы уҡыу йортонан алып сыға һәм урамда өшөмәҫ өсөн ваҡытлыса яҡындағы сауҙа үҙәгенә юллана.
Советтар Союзы геройы Солтан Бикеев исемендәге Өфө профессиональ колледжы уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән дә шундай уҡ хәл булды — барыһы ла мәғариф учреждениеһы бинаһын тиҙ арала ташлап китте. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, эвакуация шулай уҡ 7-се мәктәпкә һәм 1-се лицейға, Киров урамындағы УКСИВТ-ҡа һәм 26-сы мәктәпкә ҡағыла.
«Башинформ» агентлығына ашығыс хеҙмәттәрҙәге үҙ сығанағы аңлатыуынса, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөтә осраҡтарҙа ла миналау тураһында аноним хәбәр килгән. Хәҙер кабинеттарҙы эттәр менән кинологтар тикшерә. Урында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» колледждарҙы, дауаханаларҙы һәм район судын эвакуациялау тураһында хәбәр иткәйне. Сәбәбе - шартлатҡыстар тураһында аноним хәбәрҙәр.
фото һәм сығанаҡ:Башинформ.