Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
23 Март , 17:59

Енәйәтселәр ҡулға алынған...

Ә һәләк булғандарҙың һаны 115-кә етте... Уларҙың һаны артыуы ихтимал.

Енәйәтселәр ҡулға алынған...
Енәйәтселәр ҡулға алынған...

Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһындағы ҡот осҡос теракт булыуы тураһында алдан хәбәр иткәйнек. “Крокус Сити Холл”ға “Пикник” төркөмөнөң концертын ҡарарға йыйылған халыҡҡа ҡаршы ут асыла һәм янғын ойошторола.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 115 кеше һәләк булған. Уларҙың күпселеге ҡоралдан үлгән, шулай уҡ янғын ваҡытында төтөндән тонсоҡҡандар ҙа бар, тиелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандарҙың тағы ла артыуы ихтимал, сөнки “Крокус Сити” бинаһының бөтә урындары ла тикшерелеп бөтмәгән. Ҡотҡарыусылар унда һаман янғынды һүндерә һәм емереклектәрҙе тикшерә.

Ҡурҡыныс кадрҙар Телеграм-каналдарҙа баҫыла башланы. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтында ҡосаҡлашып ятҡан ғаиләләрҙе тапҡан. Бер бәҙрәфтә 28 кеше кәүҙәһе табылған, эвакуация баҫҡысында тағы 14 кәүҙә...

100-ҙән ашыу кеше дауаханала, 60 самаһы кешенең хәле ауыр тип баһалана. Улар араһында биш бала ла бар, береһенең ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Енәйәтселәргә килгәндә, әлеге ваҡытта 11 кеше ҡулға алынған. Шул иҫәптән атышты ойошторған дүрт кеше. Уларҙы Брянск өлкәһендә ҡулға алғандар. Вәхшиҙәргә Украина сигенә барып етер өсөн ни бары 70 километр ғына ҡалған, тиелә. Енәйәтселәрҙе тәфтишселәргә алып барғандар, һорау алыу башланған.

Белгестәр әйтеүенсә, был - алдан планлаштырылған теракт. Үлтереүселәр үҙҙәрен ҡорбан итергә уйламаған, шуға күрә тиҙ генә атҡандар ҙа штурм төркөмдәре килеп еткәнсе сығып киткәндәр. Ошо сәбәп менән улар аманатлыҡҡа ла кеше алмаған. Күрәһең, уларҙың һәр хәрәкәтен координациялаусы кешеләр булған. Енәйәтселр Украинаға сығып ҡасырға йыйынған. Шулай булғас, улар Украинаның махсус хеҙмәттәре тарафынан вербовка үтеүҙәре ихтимал. Бөтәһенең дә Тажикстан кешеләре булыуы билдәле.

Бөтә донъя тиерлек Мәскәү өлкәһе менән бергә ҡайғыра. Өфөлә лә хәтер өсөн махсус майҙансыҡ булдырылған, ул баш ҡалала “Мир фирмаһы” туҡталышанан йыраҡ түгел ғаиләгә ҡуйылған һәйкәл янында. Бында кешеләр сәскәләр һәм шәмдәр килтерә ала.

Шулай уҡ Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек күңел асыу саралары кисектерелде, ҡала урамдарында ҡорбандарға арнап билбордтар ҡуйыла. Бөгөн вуздар дистанция тәртибендә уҡый.

Фото: МЧС. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: