Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
24 Ғинуар 2023, 11:57

Мөхәббәтле Сәлимовтар ғаиләһе

Ауылдар ҡартая, йәштәр ҡалмай тип һөйләргә оҫтарып киттек һуңғы арала. Шулай булмай ни, хәҙерге йәштәр ситкә "оҙон аҡсалы" эш эҙләп сығып китеп, шунда йәшәргә лә ҡалалар.

Мөхәббәтле Сәлимовтар ғаиләһе
Мөхәббәтле Сәлимовтар ғаиләһе

Бөгөнгө һүҙем Петропавловка ауылында ғүмер иткән Эльмира һәм Илнур Сәлимовтар тураһында.
Ғөмүмән, Петропавловка миңә бәләкәй ҡаласыҡты хәтерләтте. Тау башында теҙелеп киткән ҡатлы йорттар, ҡырмыҫҡа иләүендәй бер туҡтауһыҙ руда ташыған машиналар, эшселәр менән тулы автобустар... Эйе, халыҡ эшләй, тимәк, ауыл йәшәй тигән уйҙамын.
Урамда торған йөҙләгән машиналарҙы ҡарап күп тә барманыҡ, урамда йылмайып бер йәш ҡатын күренде. Ул беҙҙе оҙатып йөрөүсе, мәҙәниәт усағы етәксеһе Эльмира Сәлимова икән.
Мәҡәлә геройым Вәлит ауылында дүрт ҡыҙ араһында донъяға килеп, буй еткерә. Мәктәпте бөткәс, Йылайыр техникумына уҡырға барып, агроном һөнәрен үҙләштерә. “Хәйбулла” совхозында практика үткәндә үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата ла инде.
Илнур Ҡотдос улы Петропавловка ауылы егете. Ул водитель таныҡлығын алып, “Хәйбулла” совхозында комбайнсы булып эш башлаған була. Йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, 11 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерәләр. Мөхәббәт емештәре булып ике ҡыҙ бала донъяға килә.

Гүзәл Бохарбаева.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 3-сө һанында

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: