Бынан 18 йыл элек, 2004 йылда, Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында Белем көнөндә 1-се мәктәптә аманатҡа алынған уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәһен һәм уҡытыусыларҙы һөжүм юлы менән азат итеү башлана. Унда 333 кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла йөҙләгән кеше йәрәхәтләнә, ҡайһы берҙәре ғүмерлеккә инвалид булып ҡала.
Байрам матур башлана...
Белем көнөндә бөтә балалар ҙа ата-әсәһе оҙатыуында ҡыуанып мәктәпкә юллана. Беслан ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусылары, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар байрамға ихлас йыйыла. Тантанала матур теләктәр, йырҙар яңғырай. Нәҡ шул мәлдә “ГАЗ-66” йөк автомобиленә тейәлгән бандиттар килеп, уларға һөжүм итә һәм 1128 кешене әсирлеккә ала. Шартлатҡыстар ҡуйылған тығыҙ спорт залында тотҡондар өс көндө һыуһыҙ, ризыҡһыҙ уҙғара.
Террорсылар Чечен Республикаһынан федераль ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы талап итә. Ә инде ике аҙна ваҡыт үткәс, сепаратизм яҡлы кешеләрҙең лидеры Шамил Басаев был теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.
Өс көн дауамында бандиттар менән алып барылған һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәгәс, федераль көстәр мәктәпте һөжүм менән алырға ҡарар итә. Террорсыларҙы юҡ итеү операцияһы 4 сентябргә ҡараған төндә тамамлана.
Ваҡиға шаһиттары һөйләүенсә, спорт залында ике шартлау яңғырағас, балалар тәҙрә аша һикереп ҡаса башлай. Бандиттар уларҙың арттарынан ата. Ҡайһы берәүҙәрен мәктәп эргәһендә булғандар тәҙрә аша тартып алып өлгөрә.
Балаларҙың ни ғәйебе бар?
Штурмлау операцияһынан һуң мәктәптең спорт залында 100-ҙән ашыу кешенең мәйете табыла. Дөйөм алғанда, Беслан фажиғәһендә 333 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың һәм 147 бәлиғ йәштәге кешенең ғүмере өҙөлә. Бинаны һөжүм итеп алғанда 12 махсус хеҙмәткәр, 800-ҙән ашыу кеше йәрәхәтләнә.
Бөйөк Ватан һуғышында Бесландан бөтәһе 357 яугир һәләк булған, ә был терактта иһә өс көндә шунса кешенең ғүмере өҙөлә.
Беслан мәктәбендә һәләк булғандарҙы 5 сентябрҙә ерләй башлайҙар һәм иртәгәһенә лә ҡойма ямғыр аҫтында һуңғы юлға оҙатыу дауам итә. Ҡаланы ҡара ҡайғы баҫа...
Әсирлектә булған күп уҡыусыларҙың тәндәре яна, пулянан һәм ярсыҡтарҙан яраланалар, ә инде 100-ҙән ашыу кеше инвалид булып ҡала. Мәҫәлән, Марина Дучкоға ул саҡта 25 йәш булған. Ул улын һәм ҡыҙын мәктәпкә алып килгән. “Беренсе шартлау булғас та, ярсыҡ умыртҡа һөйәгемә эләкте. Табиптар “атлап китәсәкһең” тиһә лә, инде күпме ваҡыт үтте, аяҡҡа баҫа алманым. Төрлө ерҙәргә дауаланырға йөрөнөм – файҙаһы юҡ”, – ти ҡатын.
Беслан фажиғәһенән һуң 3 сентябрҙе Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө тип иғлан итәләр.
Был фажиғә һуңғыһы булмаған...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Беслан мәктәбендәге ҡан ҡойош, күҙ йәштәре башҡаларҙы ҡурҡытыу маҡсатын тотҡан енәйәтселәрҙе туҡтатмай.
2005 йылдың 13 октябрендә Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында террорсыларҙың 12 төркөмө бер юлы Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте биналарына, “Т” үҙәгенә һәм сик буйы һағы частарына һөжүм итә. Һөҙөмтәлә бер ғәйепһеҙ 12 граждан, 35 милиция хеҙмәткәре һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәре һәләк була, 100 кеше йәрәхәтләнә, шул иҫәптән 85-е – тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре. Боевиктарҙың 87-һе юҡ ителә һәм 50-һе ҡулға алына.
2006 йылдың 21 авгусында Мәскәүҙә Черкизов баҙарында шартлау яңғырай. Теракт арҡаһында 14 кеше һәләк була, 61-е яралана.
2009 йылдың 27 ноябрендә Октябрьский тимер юлының 284-се километрында (Лыкошино ауылы эргәһендә) “Нева экспресы” тиҙйөрөшлө поезы үткән саҡта алдан һалынған ике шартлатҡыс шартлай. Фажиғәлә 27 кешенең ғүмере өҙөлә, 150 пассажир зыян күрә.
2010 йылдың 29 мартында Мәскәүҙә “Лубянка” һәм “Мәҙәниәт паркы” метро туҡталыштарында ике террорсы-ҡатындың шартлатыуы һөҙөмтәһендә 41 кеше һәләк була, 88-е яралана.
2011 йылдың 24 ғинуарында Мәскәүҙә “Домодедово” аэропортында, террорсының бомба шартлатыуы сәбәпле, 37 кеше һәләк була, 172 кеше зыян күрә.
2012 йылдың 3 майында Махачкалала ике автомобиль шартлай, уларҙың береһендә енәйәтсе ултырған. Теракт һөҙөмтәһендә 13 кеше вафат була һәм 100-ҙән ашыуы йәрәхәтләнә.
2013 йылдың 29-30 декабрендә Волгоград ҡалаһының тимер юл вокзалында шартлау яңғырай – 18 кешенең ғүмере өҙөлә, 45-е төрлө йәрәхәт ала. Иртәгәһенә иһә троллейбусты шартлаталар. Ҡорбандар һаны 16-ға етә, 25 кеше зыян күрә.
2017 йылдың 3 апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында террорсы метрополитендың “Технологик институт” станцияһын шартлата. Унда 16 кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 87 кеше һәләк була.
2017 йылдың 19 авгусында Сорғот ҡалаһында террорсы ете кешене бысаҡ менән яралай. Енәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәре юҡ итә.
Рәсәйҙә терроризмға нисек ҡаршы торорға?
Йыл һайын Федераль именлек хеҙмәте йәшерен экстремистик ячейкалар һәм юл ҡуйылмаған теракттар тураһында хәбәр итеп тора. Әммә бындай енәйәтте ҡылырға һәм илебеҙҙе ҡурҡытырға ынтылған кешеләр әле лә бар. 2006 йылда ошондай ҡара уйлы бәндәләргә, төркөмдәргә ҡаршы көрәштә көстәрҙе туплау маҡсатында Милли терроризмға ҡаршы комитет раҫлана. Ул террористик һөжүм хәүефен кәметеү буйынса юғары етәкселеккә тәҡдимдәр индереү өсөн яуаплы. Комитетҡа Александр Бортников етәкселек итә. Төбәктәрҙә терроризмға ҡаршы комитеттың урындағы штабтары булдырылған. Улар иһә иҫкәртеү йүнәлешендә эш алып бара: иҫкәртмәләр сығара, халыҡ менән даими эшләй. Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу һәм оператив эш менән элеккесә тәртип һаҡлау органдары шөғөлләнә.
Яман эштән алыҫ бул!
Экстремистик һәм террористик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү йәки илгә ҡаршы саҡырыуҙар өсөн ҡаты енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кешеләр республикала ла осрап тора. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһынан 43 йәшлек ир “Бәйләнештә” социаль селтәре аша йәһүдтәргә һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә янап, экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә саҡырып, бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡан. Был ир, алдан уҡ Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 2-се өлөшө, 166-сы статьяһының 2-се өлөшө, 167-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнеп, хөкөм ителгән булған. Был юлы иһә уға ҡарата 280-се статьяның 2-се өлөшө буйынса (экстремистик эшмәкәрлеккә асыҡтан-асыҡ саҡырыу) һәм 205.2-се статьяның 2-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Шулай уҡ быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 31 йәшлек иргә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 354.1 статьяһының 2-се өлөшөнөң “в” пункты буйынса (нацизмды реабилитациялау) енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был ир нацизм идеяларын уртаҡлашып, уларҙы аҡлаған яҙмалар урынлаштырған, шулай уҡ Халыҡ-ара хәрби трибунал ҡарары мәғлүмәттәрен кире ҡағып маташҡан.
Бөгөн Рәсәй ябай булмаған осор кисерә. Илдәге тотороҡлолоҡто һаҡлау, граждандарҙың именлеген тәьмин итеү дәүләт етәкселеге өсөн элеккесә ныҡлы иғтибар үҙәгендә ҡала, шуға ла төрлө экстремистик һәм террористик саҡырыуҙар менән сығыш яһаған, ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барған әҙәмдәрҙән йәмғиәтебеҙҙе аралау, яҡлау йүнәлешендә етди саралар күрелә.
Һанлы технологиялар, интернет заманында бындай саҡырыуҙарға ҡаршы тороу, әлбиттә, еңелдән түгел, әммә Именлек хеҙмәте һәм башҡа яуаплы көс структуралары уяулыҡты юғалтмай. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә лә хәүефһеҙлек хаҡында оноторға ярамай – төрлө шикле сайттарға инмәгеҙ, теркәлмәгеҙ, уларҙың саҡырыуҙарын таратмағыҙ, бындай аҙымдан балаларҙы, йәштәрҙе һаҡларға тырышығыҙ. Вокзалдарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында шикле әйбер, төргәк торғанын күрһәгеҙ, уға теймәгеҙ, яҡын бармағыҙ, шунда уҡ тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
Рәсәй – уртаҡ йортобоҙ, ундағы тыныс тормош, именлек һәр беребеҙҙең үлсәп башҡарған ғәмәлдәренә бәйле. Теракт кеүек ҡот осҡос фажиғәләрҙән Хоҙай үҙе аралаһын!
Автор: Рәмилә МУСИНА