Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
3 Сентябрь 2022, 07:22

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!

Вәлит ауылы клубы мәктәп менән берлектә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөнә арнап уҙғарылған "Тыныслыҡ күгәрсене" республика акцияһында ҡатнашты.

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!

Сара барышында балалар шиғырҙар уҡыны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Террактарҙа һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Был акция - һәләк булғандар өсөн ҡайғы уртаҡлашыу, фажиғә ҡорбандарына теләктәшлек, террорға ҡаршы протест ул.

Шулай уҡ Вәлит клубында «Балалар террорға ҡаршы» һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Һәр ҡатнашыусы үҙенең һүрәттәрендә ерҙәге тыныслыҡты кәүҙәләндергән нәмәләрҙе төшөрөргә тырышты. Һуңынан "Террорға юҡ!" тигән плакат менән фото төштөләр.

 

фото:Вәлит ауылы клубы.

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: