Рәсәй Тәфтиш комитетының республика буйынса тәфтиш идаралығы Өфөлә йәшәгән 36 йәштән 62 йәшкә тиклемге биш кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.
Уларҙың барыһы ла террор ойошмаһын булдырыуҙа һәм унда ҡатнашыуҙа, террор ғәмәлен тормошҡа ашырыуға саҡырыуҙа, терроризмды асыҡтан-асыҡ аҡлауҙа йәки терроризмды пропагандалауҙа ғәйепләнә. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре төркөмдөң бөтә ағзаларын да 2022 йылдың мартында ҡулға алған.
Тәфтишселәр Өфөлә йәшәгән биш кешенең өс йыл дауамында Рәсәйҙең конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртергә әҙерләнеүен асыҡланы.
«Енәйәтселәр террор берләшмәһе структураһын ойошторҙо, унда ҡатнашыусылар араһында функциялар һәм бурыстар бүленде, һөжүм итеүҙе конспирациялау алымдары һәм тактикаһы әҙерләнде, - тип аныҡлыҡ индерҙеләр тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. - Интернет селтәре аша ғәйепләнеүселәр күберәк фекерҙәштәр йәлеп итеү маҡсатында власты көсләп баҫып алыуға саҡырылған материалдарҙы таратты».
Террор ойошмаһы ҡатнашыусылары йәшәгән урындарҙа тотолғанда гранаталар, травматик ҡорал, яндырыу ҡатнашмаһы һалынған һауыттар, коммуникация саралары, ялан шарттарында файҙаланыу өсөн ҡорамалдар, экстремистик әҙәбиәт һәм башҡалар табылған.