Баш ҡалала 21 октябрь иртәһендә 155-се лицейҙан, 159-сы белем биреү үҙәгенән, а также школах 37-се, 126-сы, 137-сы мәктәптәрҙән уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ашығыс рәүештә тышҡа сығарғандар.
«Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанаҡтан билдәле булыуынса, уҡыу йорттары биләмәһендә шикле әйберҙәр булыу тураһында хаттар ҡабул итеү эвакуация сәбәбе булырға мөмкин тиҙәр.
Ваҡиға урындарына бар экстрен хеҙмәттәр: МВД, ФСБ, МЧС һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре килгән, улар кабинеттарҙы тикшерә.
20 октябрҙә хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң биш сауҙа үҙәгендә лә ошоноң кеүек эвакуация уҙғарылған.
фото:Ксения Калинина