Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
6 Сентябрь 2021, 10:19

Беслан шаңдауы

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында “Беҙ бергә” республика музей акцияһы сиктәрендә һәм терроризмға ҡаршы көрәш көнө айҡанлы, 1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары өсөн Беслан фажиғәһе буйынса тематик кисә ойошторолдо.

Беслан шаңдауы
Беслан шаңдауы

Сараға район йәмәғәт ойошмаларының Координацион совет рәйесе, афған яуын үткән Салауат Юлдашбаев, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Ирғәле Байназаров, “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Хәйбулла районы бүлеге етәксеһе, полицияның  өлкән лейтенанты Артур Әхтәмовтар саҡырылды.

Салауат Кинйәғәле улы нимә ул терроризм тигән һорауға яуап бирҙе, Афғанстандағы хәрби хеҙмәте,  ветерандар союзы йәмәғәт ойошмаһының бурыстары тураһында һөйләне. Ирғәле Тирмерғәле улы балаларҙы террористик акт ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.  Артур Марат улы  антитеррористик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә Эске эштәр органы подразделениеларының башҡа хеҙмәттәр менән берлектәге эше тураһында бәйән итте.

Сарала ҡатнашыусылар Бесландағы террор ҡорбандарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәбергә алды. 

 

2004 йылда Бесландың 1-се һанлы мәктәбен баҫып алған ҡораллы террорсылар тарафынан бәләкәй класс уҡыусылары, ата - әсәләр, уҡытыусылар - барыһы бер мең ике йөҙҙән ашыу кеше террорсылар ҡулында ҡала. 334 кеше үлә (шуларҙың 180-дән күберәге балалар), 783 кеше яралана.

Фото и материалы: Хайбуллинский-Историко-Краеведческий Музей

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: