Бөтә яңылыҡтар

Аҡъярҙа - "Алтын тирмә" уйыны

1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре уҡытыусылары уйында ихлас күңелдән ҡатнашып, бар белемен күрһәтә алды.

Аҡъярҙа - "Алтын тирмә" уйыны
Аҡъярҙа - "Алтын тирмә" уйыны

Бөгөн 2-се Аҡъяр мәктәбендә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы һәм "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Алтын тирмә" уйыны уҙғарылды.

Унда 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре уҡытыусылары уйында ихлас күңелдән ҡатнашып, бар белемен күрһәтә алды. Һәр команда үҙенең исеме, девизы менән таныштырҙы. Командалар араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Уҡытыусылар үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкәләр йыйҙы.  Улар уйынды алып барыусы - район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолованың башҡорт мәҙәниәте - ауыҙ-тел ижады, халыҡ йолалары,  байрамдар, милли кейем һәм башҡалар буйынса һорауҙарына төплө итеп яуап бирҙе.

 

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 48-се һанында уҡығыҙ.

Аҡъярҙа - "Алтын тирмә" уйыны
Аҡъярҙа - "Алтын тирмә" уйыны
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в