Йыйын күңелле байрам менән тамамланды, унда бихисап ҡунаҡтар саҡырылғайны.
– 2022 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында тәүге унау иҫәбендә ҡала. Министрлыҡтың сит ил аппараты халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе көсәйтеүҙән тыш, халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итеүгә, вәкил ебәрелгән илдә Башҡортостанды танытыу өҫтөндә эшләүгә йүнәлтелгән, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Кустанайҙа Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы филармонияһы артистары сығыш яһаны. Байрам ҡунаҡтары өсөн улар башҡорт халыҡ һәм заманса «Шәл бәйләнем», «Тыуған яҡ», «Халҡыма» һәм башҡа йырҙарҙы, шулай уҡ боронғо һәм заманса бейеүҙәр алып килгән.
Шул уҡ көндә спорт һәм традицион ярыштар, халыҡ уйындары ойошторолдо. Көрәштә еңеүсегә төп бүләк – һарыҡ тапшырылды. Байрам ҡунаҡтары алдында үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр һәм инструменталистар сығыш яһаны.
Урындағы халыҡ шулай уҡ Башҡортостан продукцияһы менән таныша алды. Йәрминкәлә башҡорт балы, шифалы үләндәр, сироптар һәм башҡа тауарҙар һатып алырға мөмкин ине.
– Хәҙер Ҡустанайҙа Йыйын байрамын йыл һайын уҙғарырҙар тип ышанам. 28 августа Нур-Солтанда Йыйынды өсөнсө тапҡыр үткәреү планлаштырыла, – тине Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиллеге етәксеһе Урал Аҙнабаев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың 29 сентябрендә Ҡаҙағстандың Нур-Солтан ҡалаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге эшләй башланы. Етәксеһе – Урал Аҙнабаев.