Бөтә яңылыҡтар

Кустанай ҡалаһында башҡорттарҙың боронғо «Йыйын» байрамы үткәрелә

  

Кустанай ҡалаһында башҡорттарҙың боронғо «Йыйын» байрамы үткәрелә
Кустанай ҡалаһында башҡорттарҙың боронғо «Йыйын» байрамы үткәрелә
14 августа Ҡаҙағстандың Кустанай ҡалаһында беренсе тапҡыр башҡорттарҙың боронғо «Йыйын» байрамы үткәрелә. Сараны «Азатлыҡ» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойоштора. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Программала – Сибай филармонияһы артистарының сығышы, спорт һәм традицион ярыштар, уйындар, шул иҫәптән милли көрәш. Еңеүсегә – һарыҡ. Үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәр һәм инструменталистар сығыш яһай. Бал, шифалы үләндәр, сироптар һәм башҡа тауарҙар йәрминкәһе була.

 

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в