Бөтә яңылыҡтар

Алдар батырға мемориаль комплекс асыла

  

Алдар батырға мемориаль комплекс асыла
Алдар батырға мемориаль комплекс асыла

Бөгөн 8 августа Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә башҡорт халҡының милли батыры Алдар батыр хөрмәтенә мемориаль комплекс асыла.

Алдар Иҫәкәев — тархан, батыр, Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф  — символик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.

Комплексты асҡан көндә этно-концерт була, унда ҡурайсы Роберт Юлдашев, Ғәлиә Мортазина, Хаят Исмаил, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.

 

Автор:Ләйлә Аралбаева

Алдар батырға мемориаль комплекс асыла
Алдар батырға мемориаль комплекс асыла
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас в