Бөтә яңылыҡтар

Туристар бик ҡәнәғәт

Райондың оло быуын кешеләре бушлай сәфәргә йөрөй

Туристар бик ҡәнәғәт
Туристар бик ҡәнәғәт

Бер көнгә турист булырға теләгән пассажирҙар, уңайлы автобустарға ултырып, Урал аръяғы буйлап сәфәргә сыҡты. Хәйбулланың бер төркөм оло быуын кешеләре «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проектының экскурсия программаһында ҡатнашты.

“Урал батыр” туроператоры менән берлектә быйыл оло быуын кешеләре өсөн ике тур ойошторолдо. 17 һәм 22 июндә ойошторолған тәүге ике турҙа 31 кеше ҡатнашһа, киләһе сәфәргә 45 кешегә квота бирелгән.
Башҡортостанда былтыр сентябрҙә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты ғәмәлгә ашырыла башлағайны. Районда йәшәгән өлкән йәштәгеләр был проектты бик хуплап, район һәм Урал аръяғының тәбиғәт ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле урындарына бер көнлөк сәйәхәткә сығалар. 55 йәштән өлкән туристар Урал аръяғы буйлап тарих һәм тәбиғәтте өйрәнеү маҡсатында Ирәндек һыртына сәйәхәт ҡылды. Улар Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, Баймаҡ районындағы ҡымыҙ эшләү фермаһында баһадирҙар эсемлеге етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаранылар, Талҡаҫ күле, шифахана паркы, башҡа тәбиғәт ынйылары, тәбиғәт мираҫы урындарында булдылар. Артабан туристар Мөжәүир хәҙрәттең ауылына, Манһырға, юлландылар. Әүлиәнең ейәнсәре уларҙы музей менән таныштырҙы, теләгәндәр хәҙрәттең мәсетендә аят уҡып, намаҙ ҡылды.
–Оло йәштә булһалар ҙа, дәрт-дармандары ташып торған, райондың иң әүҙем, йәмәғәт эшенә бар көсөн һәм таһыллығын биргән, тәрбиәүи эш алып барған ағинәйҙәрҙән торған ике төркөм Урал аръяғының тәбиғәт ынйыһы булған Ғәҙелша шарлауығына, арҙаҡлы шәхес-әүлиә, Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән Манһыр ауылына барып ҡайтты. Был ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәйәхәт республика программаһына ярашлы ойошторола. Районда ла ошо проект сиктәрендә күп мәҙәни саралар үтте.
Оло быуын кешеләренә әйтер һүҙем шул: “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектына яҙылығыҙ һәм сәйәхәт итегеҙ. Районда ла, Урал аръяғында ла, Башҡортостан буйлап та бушлай сәфәр итеп, хайран ҡалырлыҡ тыуған еребеҙҙә күрерлек, танышырлыҡ урындар бик күп. Өйҙә үҙ ҡаҙанығыҙҙа ҡайнамай, бирелгән мөмкинлектән файҙаланырға саҡырам, – тине һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова.
Ә пенсионер-туристарҙың барыһы ла сәфәрҙән ҡәнәғәт. “Ысынлап та бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт булды. Урал аръяғы буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ, тарихи ваҡиғаларға ла күҙ һалдыҡ. Мөжәүир хәҙрәт эҙҙәре буйлап үтеп, рухи аҙыҡ алдыҡ. Бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәренә сумып, өйҙән сыҡмай ултырғансы, күңелле төркөм менән ошондай бер сәйәхәт рух күтәренкелеге, дәрт-дарман бирә”, – тинеләр улар.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
–Йыш ҡына шулай була, кеше бер районда тыуып, ғүмер буйы шунда эшләй. Башҡа төбәктәргә командировкаларға һәм ял итергә йөрөй, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Был ғәҙел түгел, тип иҫәпләйем. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә беҙ “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ.

Быйыл программа республика буйынса 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. Унда 60 йәштән өлкән ирҙәр һәм 55 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар, шул иҫәптән, хеҙмәт йылдары буйынса ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡандар саҡырыла.
Башҡортостан буйлап бушлай сәйәхәткә йылына бер тапҡыр сығырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса экскурсиялар (8-10 сәғәт), гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр оҙатыуы, эсәр һыу бушлай.
Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы маршрут, датаны һайлап яҙылырға кәрәк.
М.Ғәлиева.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас в